Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 07:21

“Был яҡтарҙа ҡыштың ҡырыҫлығын беләбеҙ...”

Был аҙнала Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында һәм Баймаҡ районында булды.

Быйыл Баймаҡта “Подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы буйынса күп фатирлы биш йортта 16 подъезд төҙөкләндерелгән. Ҡала хакимиәте вәкилдәре әйтеүенсә, эш сифатлы һәм ваҡытында башҡарылды.


Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәрендә Тыныслыҡ урамындағы 19-сы йортто ҡарап сыҡты. 1969 йылда төҙөлгән ике ҡатлы йортта 52 кеше йәшәй. Бында ҡыйыҡ яңыртылған, инженерлыҡ коммуникациялары алмаштырылған. Киләһе этап – подъездарҙы төҙөкләндереү.
Төбәк етәксеһе Баймаҡтағы подъез­дарҙы ремонтлау өсөн өҫтәмә рәүештә 10 миллион һум аҡса бүлергә ҡушты. “Халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн ҡалалағы ихаталарҙы, подъездарҙы тәртипкә килтерәбеҙ”, – тине ул.
Мәғлүм булыуынса, быйыл сентябрҙә Баймаҡҡа эш сәфәрендә Радий Хәбиров Юбилей урамындағы күп фатирлы йорт ихатаһында булғайны. Ул саҡта төбәк етәксеһе башҡарылған эште юғары баһалағайны. Республика программаһы буйынса ихата менән бергә подъездарҙа ла ремонт яһалғайны. Баймаҡтар ул саҡта подъезды биҙәүгә профессиональ рәссамды ла йәлеп иткәйне.
Был көндә Башҡортостандың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш райондарындағы юл ремонтлау-төҙөү идаралыҡтары етәкселәре өр-яңы автогрейдер, трактор һәм үҙбушатҡыс машиналар асҡысын алды.
“Был яҡтарҙа ҡыштың ҡырыҫлығы хаҡында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә һеҙҙе яҡшы юл техникаһы менән көсәйтергә кәрәк ине. Ҡыш юл асыҡ булһын, Өфө һәм республика үҙәге менән бәйләнеш өҙөлмәһен, студенттар ауылдағы өйҙәренә тыныс ҡына ҡайтып етә алһын өсөн бөгөн һеҙгә 19 берәмек техника тапшырабыҙ. Техника оҙаҡ хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Төбәктәге һигеҙ районда урынлашҡан юл хеҙмәттәренә һигеҙ автогрейдер, алты “КамАЗ” автомобиле, дүрт “К-700” тракторы һәм бер экскаватор бүленде.
Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында Радий Хәбиров Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында булды. Мәғариф ойошма­һының Бөрйән, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында филиалдары бар. Урға­ҙалағы филиал 450 урынға иҫәпләнгән, уның дөйөм ятағы, ашханаһы, спорт залы, китапханаһы, тамаша залы, автодромы, оҫтаханалары бар. Көндөҙгө бүлектә – 185, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 170 студент белем ала.
Уҡытыусылар менән аралашҡанда республика Башлығы Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһын артабан үҫтереү программаһын әҙер­ләргә һәм киләһе “Ауыл сәғәт”тәренең береһендә тикшерергә ҡушты. Ауыл халҡы менән осрашыуҙа тормош сифатын яҡшыртыуҙың, социаль өлкәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.

Урғаҙала Радий Хәбиров участка дауаханаһын да ҡарап сыҡты. Ул республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына яңы дауахана һалыу йәки ғәмәлдәгеһен ремонтлау буйынса тәҡдимдәр инде­рергә ҡушты. Бынан тыш, табиптарға ҡытлыҡ мәсьәләһе лә тикшерелде.


Сибайҙа хәлдәр нисек?


Төбәк етәксеһе ихаталарҙы төҙөк­ләндереү барышы менән танышты, ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты, ҡаланы үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика Башлығы ташландыҡ “Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһын ҡараны. Ул Сибай театр-концерт берекмәһе ҡаршыһында урынлашҡан. “Киләсәк фабрикаһы”н урынлаштырыу өсөн бинала капиталь ремонт планлаштырыла. Инновациялы эшҡыуарлыҡ йорто Урал аръяғындағы ижади йәштәрҙе һәм эшлекле берләшмәне туплаясаҡ.
Быйыл Сибайҙа Матросов урамын­дағы өс йорттоң һәм Чайковский урамындағы 10 йорттоң ихатаһын төҙөкләндерәләр. Ошо маҡсатҡа 41,3 миллион һум, шул иҫәптән республика бюджетынан 39 миллион һум йүнәл­телгән.
Төҙөкләндереү барышында подъез­дарҙы, туҡталҡаларҙы, тротуарҙарҙы ремонтлайҙар, заманса балалар һәм спорт, ҡоймаланған контейнер майҙан­сыҡтары булдыралар, эскәмйәләр, видеокүҙәтеү камералары ҡуялар, үҫентеләр ултырталар.

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәрендә Чайковский урамында башҡарылған эшкә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, ихаталарҙы төҙөклән­дереүгә тап ошондай комплекслы ҡараш булдырыу, стандарт булмаған алымдар ҡулланыу, урындағы халыҡтың фекерен мотлаҡ иҫәпкә алыу шарт.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһын ҡарап сыҡты. Быйыл бында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, компьютер томографы һәм ангиография комплексы алынған. Уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус бүлмәләр төҙөкләндерелгән. Томограф әле эшләй ҙә башлаған. Ангиографты эшкә ҡушыу-көйләү ғәмәлдәре башҡарыла. 2021 йылдың февралендә тейешле лицензия алғас, аппаратта тәүге пациенттарҙы тикшерәсәктәр.
Быйыл дауаханала офтальмология хеҙмәтен йыһазландырыуҙы дауам иткәндәр. Атап әйткәндә, 4,2 миллион һумлыҡ хирургия системаһын алғандар. Уның ярҙамында 475 операция яһалған. Сибай дауаханаһы нигеҙендә муниципаль-ара офтальмология үҙәге асылды тип әйтергә мөмкин. Белгестәр пациент­тарҙы урынға барып ҡабул итә, операция яһай. Башҡортостан Башлығы ошондай үҙәктәрҙе бөтә республика буйынса ойоштороу зарурлығын билдәләне.
Радий Хәбиров балалар поликли­никаһында булды. 2020 йылда бында инженерлыҡ селтәрҙәре яңыртылған, биналар тар белгестәр өсөн үҙгәртеп ҡоролған. Был маҡсатҡа 9,8 миллион һум аҡса тотонолған, ләкин күҙалланған эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәгән. Төбәк етәксеһе өҫтәмә рәүештә өс миллион һум бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Читайте нас