Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 06:00

Еңеүселәр 21 декабрҙә асыҡлана

Улар Бөтә Рәсәй чемпионатында республиканың данын яҡлай.

Туймазы колледждарында “WorldSkills” төбәк чемпионаты уҙғарылды. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелде. Эшсе һөнәрҙәре чемпионаты 14 декабрҙә башланып, 17-һендә тамамланды. Был көндәрҙә республика ҡала, райондарынан килгән ҡатнашыусыларҙы ике колледж ҡабул итте.
Индустриаль колледжда йәштәр “Полимер материалдарҙан әйберҙәр яһау” компетенцияһы буйынса көс һынашты. Юридик колледжда иһә “Компьютер уйындары һәм мультимедиялы ҡушымталар эшләү”, “Компьютер уйындары өсөн 3D-моделләү”, “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” йүнәлештәре буйынса ярыш ойошторолдо. Иң күп һанлы төркөмдө буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре һәм юристар тәшкил итте. 55 кеше, йәғни 11 команда, иң оператив һәм эрудициялы исемен алыу өсөн көрәште.
Еңеүселәр 21 декабрҙә төбәк чемпионатын ябыу тантанаһында асыҡлана. Улар киләһе йыл Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй чемпионатында республиканың данын яҡлай.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас