Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына өс туристик һәм алты транспорт канат юлы төҙөләсәк. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республикала канат транспорты системаһын булдырыу мәсьәләһенә арналған күсмә эш кәңәшмәһе ваҡытында белдерҙе.
Әлеге ваҡытта юлдар төҙөүҙең йүнәлештәре һәм нөктәләре билдәләнгән. Улар ике төрлө буласаҡ: туристик һәм транспорт. Фуникулерҙар Ағиҙел яры буйынан өс йүнәлештә хәрәкәт итәсәк: Салауат Юлаев һәйкәленә тиклем, Ленин урамы янына һәм Салауат Юлаев баҡсаһына.
Транспорт канат юлдары үҙәкте тоташтырасаҡ – 35-се лицейҙан алып Димдәге буласаҡ Ғилми-белем биреү үҙәге кампусына тиклем. Икенсе линия Өфөнөң таулы өлөшөнән (Карл Маркс урамы менән Ибраһимов бульвары районы) тимер юлы вокзалы аша Затонға тиклем. Өсөнсөһө – Мәжит Ғафури паркынан Ағиҙел аръяғына тиклем. Тағы өс канат юлы Коммунистик урамын Миловка һәм Романовка ауылдарындағы рекреация биләмәһен, Инорс биҫтәһе менән Сипайловоны бәйләйәсәк, шулай уҡ әле төҙөлгән көнсығыш сығыу юлы буйлап һуҙыласаҡ.
– Был ҡараш бик перспективалы. Тәү сиратта, сағыштырмаса ҙур булмаған аҡсаға беҙ баш ҡаланың транспорт инфраструктураһын күпкә яҡшырта аласаҡбыҙ, – тине Андрей Назаров.
Проектты “Бартолет Машиненбау АГ” Швейцария компанияһы эшләйәсәк. Улар быға тиклем Мәскәү ҡалаһында Воробьевы тауында канат юлын эшләгән. Ике йыл эсендә унда өс миллиондан ашыу пассажир ташығандар. Компания үҙенең эш дәүерендә мең ярымдан ашыу ҡатмарлы проекттарҙы тормошҡа ашырған.