Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә Белорет районында ауыл советы депутаттарын һайлағандан һуң, депутаттар корпусы ла, бер нисә ауыл биләмәһендә яңы башлыҡтар ҙа яңырҙы. Райондың иң ҙур ауыл хакимиәттәренең береһе – Инйәр биләмәһенә лә яңы етәксе килде. Урындағы депутаттар Альберт Азаматовҡа ышаныс белдерҙе. Әйткәндәй, ул инде урындағы үҙидаралыҡтың эшмәкәрлеге менән яҡшы таныш, сөнки күп йылдар ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары булып эшләне. Тәжрибәле хеҙмәткәрҙе элекке хакимиәт башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов тәрбиәләгән, үҫтергән кадр тип әйтергә лә мөмкин.
“Ваҡытында китә белергә кәрәк...”
Йәй Инйәргә командировкаға барғанда, элекке башлыҡ Ғайса Ғәбделхаҡ улы менән осрашырға насип итте. Ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, ул үҙе беҙҙе оҙатып йөрөнө. Ваҡыт яғы тығыҙ, тим, сөнки иртән эш башланыу менән уның кабинетынан кеше өҙөлмәй. Быға ла аңлатма бар: Инйәр биләмәһенә бөтәһе 21 ауыл ҡарай, унда 7647 самаһы кеше йәшәй, һәр береһенең йомошо ошо хакимиәт башлығына килеп терәлә.
Ғайса Ғәбделхаҡ улы менән һөйләшеп ултырған саҡта “Һеҙ киләһе һайлауҙа ҡатнашаһығыҙмы?” тип ҡыҙыҡһындым. “Юҡ, ошо бурысымды тапшырһам, башҡаса эшләмәйем. Ваҡытында китә лә белергә кәрәк”, – тине. Шуға ла көҙгө һайлауҙа уның депутатлыҡҡа кандидатураһын ҡуймауы беҙҙең өсөн яңылыҡ булманы.
Ғайса Мөфтәхетдинов 1960 йылда Иглин районының Турбаҫлы ауылында тыуған. Өфө ауыл хужалығы техникумын, һуңынан Салауат иҡтисад һәм идаралыҡ институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын 1977 йылда “Иглин” совхозында башлай, Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1985 йылда Инйәр урман хужалығында ағас бысыу цехына мастер булып эшкә урынлаша.
Аҙаҡ иһә Инйәр юл ремонтлау-төҙөү идаралығына мастер булып күсә. Был предприятиела алты йыл эшләү осоронда начальник урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. 1999 йылда Инйәр ауыл советы биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2008 йылда хакимиәт башлығы итеп һайлайҙар. Шулай итеп, ул 21 йыл ғүмерен урындағы хакимиәттә эшләгән, шуның 12 йылы – башлыҡ вазифаһында. Ошо фиҙакәр хеҙмәте өсөн 2012 йылда ул Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Уның ваҡытында матур итеп вазифаһын бушатыуы, йәштәргә юл биреүе үҙе үк хөрмәткә лайыҡ.
Ысынлап та, уның етәкселегендә Инйәр ауылы һуңғы йылдарҙа йылдам үҫә, күҙ алдында Өфө – Белорет юлы буйында тағы ла бер биҫтә үҫеп сығыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Әйткәндәй, Инйәр төҙөлөш буйынса районда өсөнсө урында тора. Һыу үткәргестәр һалыу буйынса документтар тапшырғандар, йорттарға газ тоташтырыу эше лә яҡшы бара. “Киләһе йыл, яңы төҙөлөш биҫтәһенән тыш, барлыҡ йорттарға зәңгәр яғыулыҡ барып етәсәк, ошо йәһәттән документтар тапшырылған”, – тип пландары менән уртаҡлашты ул.
Инйәр ауылы эргәһенән уҙған юл буйында хеҙмәтләндереү сервисы, инфраструктура үҫешә. Маныштыла, Инйәрҙә һәм Уҫманғәлелә “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлә.
Ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы һәйкәл, мемориаль комплекстар һалынған. Унда аҡсаның бер өлөшөн хакимиәт бирһә, ҡалғаны халыҡ иҫәбенә төҙөлгән.
Йәштәр бүтән төбәктәргә китмәй, сөнки даими шөғөлдәре бар. Инйәрҙә күптәр тимер юлда эшләй, өс балалар баҡсаһы һәм өс мәктәп, балалар интернаты, сәнғәт мәктәбе, дауахана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, район мәҙәниәт йорто, урмансылыҡ, урман хужалығы, ҡурсаулыҡ, күп функциялы үҙәк филиалы, “Ғаилә” үҙәге филиалы – бөтәһе лә кешеләр уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн эшләй, шуға күрә лә халыҡтың бында күсеүе тәбиғи күренеш – ҡайҙа тормош ҡайнай, кеше шунда ынтыла бит.
Тәжрибәле етәксе урындағы кешеләрҙең һәр береһен тиерлек исемләп белә, йәмәғәт ойошмалары менән дә берҙәм, тығыҙ бәйләнештә эшләй. “Беҙҙең халыҡҡа бер йылы һүҙ ҙә етә, улар тауҙар аҡтарырға ла әҙер. Шуға ла беҙҙең эштә кешеләр менән бергә булырға кәрәк”, – тип ул старосталарҙы, ауылдарҙағы төп ойоштороусыларҙы, маҡтап телгә алды.
Эйе, Ғайса Ғәбделхаҡ улының хакимиәттә эшләгән йылдары күҙ алдында үтте. Район гәзитендә тәнҡитле мәҡәлә сыҡһа, ныҡ үпкәләй торғайны, әммә етешһеҙлекте бөтөрөргә ынтылды. Эш булғас, төрлөһө була инде, әммә Ғайса Мөфтәхетдинов үҙенең алмашсыһына насар мираҫ ҡалдырҙы, тип бер нисек тә әйтеп булмай.
Быйыл яҙ Ғайса Мөфтәхетдиновҡа 60 йәш тулды. Беҙ уға һаулыҡ, тормош именлеге, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Бында өлкәндәр тик ултырмай
Ысынлап та, Инйәр ауыл биләмәһендә оло быуын үҙ-үҙенә бикләнеп ултырғандарҙан түгел. Әлбиттә, бында ветерандар ойошмаһы рәйесе Насир Арыҫлан улы Әлибаевтың өлөшө лә ҙур.
Иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә хакимиәттә Насир Әлибаевты осраттыҡ.
– Мин әле зыярат эше буйынса килдем: сүп-сар таҙарттыҡ, иҫке һәйкәлдәрҙе, кәртәләрҙе алдыҡ. Келәтте яңынан эшләнек. Төҙөлөш материалдары менән эшҡыуар Рим Исхаҡов ярҙам итте. Ул бер мөрәжәғәтебеҙҙе лә кире ҡаҡмай. Шулай уҡ “Урал” кафеһы хужаһы Миңлехан Ғәйнетдинов та ярҙам итә. Өлкән йәштәгеләр көнөн үткәргәндә, уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Әле 1245 пенсионер-ветеран булһа, 6,8 проценты эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы инде, шулай ҙа ете тыл ветераны һәм биш тол ҡатын бар, – тип ветерандар ойошмаһы эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләне ул.
Әйткәндәй, Насир Әлибаев 2013 йылдан урындағы ветерандар ойошмаһына етәкселек итә. Уға 2016 йылда “Белорет районының почетлы ветераны” тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр иһә Башҡортостандың 100 йыллығы хөрмәтенә миҙал тапшырҙылар.
Сығышы менән Йөйәк ауылынан булған Насир Арыҫлан улы – тәжрибәле педагог: 27 йыл мәктәптә эшләгән, шуның 15 йылы – директор вазифаһында, шуғалыр ҙа уның ойоштороу һәләте тәбиғәттән һәм йылдар дауамында тупланған тәжрибәнән килә.
– Коронавирус пандемияһы осоронда ололарға аҙыҡ-түлек тупланмаһын тараттыҡ. Тәүҙә тыл ветерандарына һәм тол ҡатындарға, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарға, яңғыҙ әбей-бабайҙарға ярҙам иттек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аша 45 дана янғынды иҫкәртеү ҡорамалы алып, мохтаждарға бирҙек. Ололар менән эшләгәндә иғтибарлы булырға, уларҙы ишетә һәм тыңлай белергә кәрәк, – ти Насир Арыҫлан улы.
Насир Әлибаев ысын мәғәнәһендә эшенә мөкиббән бирелгән. Ул һәр пенсионерҙы, ветеранды яҡшы белә, уларҙың тын алышын тоя, хәстәрен аңлап тора. Иң оло пенсионерҙар тураһында һорашҡас, ул: “Людмила Алексеевнаға – 97, Клавдия Григорьевнаға – 95 йәш... Ғөмүмән, 90 йәште үткән ете ветеран бар. Уҫманғәлелә йәшәгән Хәжәр Ғариповаға – 93, Бирҙеғолда йәшәгән Мәфтүха Хажинаға – 93, Инйәрҙә йәшәгән Мао Лоҡмановаға – 92 йәш. Ир-ат араһынан Леводин Дятловҡа – 91 йәш”, – тип һанап китте.
Тыуған еренең илһөйәре, халҡын яратҡан абруйлы шәхес булараҡ, үҙенең изге ғәмәлдәре менән йәштәргә өлгө булып тора Насир Арыҫлан улы кеүек аҡһаҡалдарыбыҙ.
Уҫманғәле ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, летчик-штурман, капитан Саҙретдин Ислам улы Ғәлиндең ҡыҙы Әфинә Ғөбәйҙуллина оҙаҡ йылдар ситтә – Үзбәкстанда йәшәй. Уны Ташкент башҡорттары онотмай, әле һаман кире ҡайтып, шунда йәшәргә саҡыра. Тик Әфинә апай: “Ҡартайған көндә тыуған еремдә йәшәйем”, – тип йәнтөйәгенә күсеп ҡайта.
– Ваҡытында Ватаныма ҡайтҡаныма үкенмәйем. Илселек асылғас, Рәсәй гражданлығы алып ҡалдым. Ташкентта Башҡорт милли-мәҙәни үҙәген ойоштороусыларҙың береһе булдым. “Ирәндек” телевидениеһын асып, тапшырыу алып барҙым. Бөтә йәшлегем шунда үтте, – тип иҫкә ала ул сит ерҙә үткән йылдарын.
Ташкентта йәшәгәндә, йәғни 2003 йылда уҡ Әфинә Ғөбәйҙуллинаға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әфинә Саҙретдин ҡыҙы тормош иптәше Миәкә районының Айыт ауылынан Маркс Ғиниәтулла улы менән 45 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Тик һөйөклөһө бынан бер йыл элек – 74 йәшендә вафат булып ҡала. Әфинә апайҙың ҡайғыһы бының менән генә сикләнмәй, улар ике улдарын юғалтҡан. Әле инәй ҡыҙы Диана менән тороп ҡалған.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, ул бер йыл мәктәптә эшләй, һуңынан ауыл клубы мөдире итеп эшкә саҡыралар. Унда биш йыл эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормошта ҡайнап йәшәргә өйрәнгән Әфинә Ғөбәйҙуллина ауылда уҙған бер саранан да ситтә ҡалмай. Ул 2015 йылда Инйәр ауыл биләмәһендә “Ағинәйҙәр” төркөмөн ойоштороуға ҙур өлөш индерә. Әле Рәйсә Фәтҡотдинова, Рәйсә Салауатова, Фәниә, Ишбикә, Кәримә, Гөлнара Исламовалар, Фәрзәнә Ғәлина, Зифа Искәндәрова, Зөһрә Көҫәпҡолова, Гөлнара Баһауетдинова, Рәсимә Сәйетғәлина, Флүрә Иҫәнова берләшмәгә даими йөрөй.
– Хәҙер “Ағинәйҙәр” берләшмәләре Инйәр ауыл биләмәһендәге күп ауылдарҙа бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милли кейем алыуға беҙҙең аҡса юҡ, шулай ҙа үҙ иҫәбебеҙгә һатып алырға тырышабыҙ, йәш быуын тарихи тамырҙарын белеп үҫһен, тип тырышабыҙ, – ти Әфинә Саҙретдин ҡыҙы.