Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, яҡындарын шатлыҡҡа күмеп, һалдаттар тыуған яҡтарына ҡайта. Ошондай ҡыуанысты Башҡортостандың халыҡ артисы, виртоуз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың да ғаиләһе кисерҙе.
Азамат тәүҙә Ульяновскиҙа, һуңынан Һамарҙа элемтәсе булып хеҙмәт иткән.
"Улыбыҙ менән һәр саҡ һөйләшеп торҙоҡ. Ульяновскиҙа хәрби ант биреү тантанаһында булдыҡ. Һамарҙа сағында ғаиләбеҙ исеменән ҡыҙыбыҙ Ләйсән барҙы. Ҡурай менән оҙаттыҡ, ҡурай менән ҡаршы алдыҡ!" – ти Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡатыны Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы.
Азаматты оҙатҡанда ла, ҡаршылағанда ла Зәйнетдиновтарҙың бөтә туғандары, дуҫтары йыйылған. Һалдат иһә поездан әсәһенә сәскә гөлләмәһе тотоп килеп төшә. Азаматты туғандары ҡурай, гармун, баян уйнап ҡаршы ала.
Вагон ҡараусы ла был күренешкә хайран ҡалған, баҡтиһәң, уның ошолай итеп һалдат ҡаршы алғандарын быға тиклем күргәне булмаған. Ошондай изге ғәмәлдәр менән милләтебеҙҙең данын арттырайыҡ. Афарин, Зәйнетдиновтар!
Фото: Зәйнетдиновтарҙың ғаилә архивынан.