Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 18:30

"Ҡойма аша һикереп ҡасты"

Психоневрология интернатынан шизофрения менән ауырыған пациент ҡасҡан. Әлегә тиклем ҡайҙалығы билдәһеҙ. Асыҡланыуынса...

16 декабрҙә Нефтекамалағы психоневрология интернатынан шизофрения менән ауырыған пациент ҡасҡан. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ. Был хаҡта "Башинформ" хәбәр итә.

Интернат директоры Рәдиф Гәрәев әйтеүенсә, был мәлдә дауаханала дезинфекция эштәре барған. Матрастарҙы елләтеү өсөн тышҡа сығарғандар, дауаланыусылар мунсаға барып килгән, кейемдәрен алмаштырған. Артабан түшәк кәрәк-яраҡтарын алып инергә тип санитарҙар бер төркөмдө тышҡа сығарған. Шул мәлдә ауырыуҙарҙың береһе ҡойма аша һикереп ҡасҡан. Уның артынан интернат хеҙмәткәрҙәре ҡыуа төшһә лә, тота алмағандар. Тирә-йүндәгеләр өсөн хәүефле кеше тураһында полицияға әйтеп, туғандарына ла хәбәр иткәндәр.

Ҡасҡалаҡҡа 53 йәш, уның диагнозы - параноидлы шизофрения, ошо интернатта дауаланған һәм йәшәгән.

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас