Йәмғиәт
18 Декабрь 2020, 11:30

Рөстәм Әхмәҙинуров теләктәрҙе тормошҡа ашыра

Өфө һәм Әлшәй балалары "Теләктәр шыршыһы"на ниндәй хыялдары хаҡында яҙып элгән?

“Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашыусыларҙың тәүге ике хыялын “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров тормошҡа ашырҙы – ул Өфө һәм Әлшәй районы балалары өсөн тылсымсы ролендә сығыш яһаны.
Әлшәй районынан Урал Сәфәровҡа - 9 йәш. Әлеге ваҡытта һаулығы буйынса ул Өфөләге Реабилтация үҙәгендә дауаланыу үтә. Малай ҙур тәгәрмәсле самокат тураһында хыялланған икән. “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, малай Ҡыш бабайға тап шул турала яҙып ебәргән.
“Урал – тырыш малай, һәйбәт уҡый. Самокат уның һауығыу процесын тиҙләтер тип ышанам. Ошондай шәфҡәтлелек акцияһы һөҙөмтәһендә уның хыялы тормошҡа ашырылыуы бик шәп”, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Был көн партияның төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе шулай уҡ тағы бер малай янында булды. Александр Шеломенцов Яңы йылға роликтар һораған. Хыялының тормошҡа ашыуына малайҙың шатлығы сикһеҙ. Өсөнсө теләкте иһә Рөстәм Әхмәҙинуров артабанғы аҙнала үтәйәсәк. Аделина Фәйзуллина Радик Юлъяҡшин менән осрашырға хыялланған. Бындай мөмкинлек уға “Башҡортостан” дәүләт концерт залы менән берлектә булдырыласаҡ.
Балаларҙың тағы ла өс теләген яҡын арала “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров үтәргә йыйына.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балаларҙың, һаулыҡ торошо ғүмеренә хәүеф менән янаған ололарҙың Яңы йыл хыялын тормошҡа ашырыу. Был акцияға 5 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин старт бирҙе. Ғаризаларҙы 15 ноябрҙән алып 15 декабргә саҡлы ҡабул иттеләр. Башҡортостандан был акция сайтына 500 теләк килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем үтәйәсәктәр.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас