Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ла, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә лә башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән маҡтап телгә алырлыҡ, матур өлгө булырлыҡ башланғыстарҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында даими яҙып, таныштырып барабыҙ. Шундай изге эштәрҙең береһе Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса махсуслашҡан Диссертация советының быйыл үҙенең эшен яңынан тергеҙеүе булды.
1979 йылда Башҡорт дәүләт университеты базаһында булдырылып, йөҙәрләгән ғалимдарға фән донъяһына юл асҡан, фән кандидаттары һәм докторҙарына фатиха биргән абруйлы Диссертация советы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында 2018 йылда үҙ эшен туҡтатҡайны.
Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллина, әлеге яуаплы вазифаға тәғәйенләнеү менән, ошо мәсьәләне киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарғайны. Республикабыҙға бындай Диссертация советының кәрәклеген, уның мөһимлеген ғалимәнең башҡа коллегалары ла хупланы.
Был мәсьәләгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ыңғай ҡарашта булыуы, уны хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәге тураһында белдерҙе. Һәм, ниһайәт, быйылғы йыл башында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса махсуслашҡан Диссертация советы үҙенең эшен яңынан тергеҙеүе хаҡындағы яңылыҡты ғилми йәмәғәтселек шатлыҡлы хәбәр, оло еңеү тип ҡабул итте.
Был хаҡта республика Башлығы сентябрь айында Красноусол ҡасабаһында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумындағы сығышында ла әйтеп үтте. “Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында Диссертация советын ҡабаттан тергеҙеүгә өлгәштек. Ошо изге эште атҡарып сығыуға шул тиклем күп көс һалғаны өсөн юғары уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллинаға, бынан тыш телебеҙ үҫһен өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды етәксеһе Гөлназ Йосоповаға рәхмәт белдерәм”, – тине Радий Фәрит улы.
Диссертация советының эшмәкәрлеген тергеҙеүгә бәйле һөйләшеү ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә лә булды. Премьер-министр урынбаҫары Азат Бадранов: “Башҡортостан Республикаһы Башлығы юллауы буйынса Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы тарафынан 2020 йылдың мартында Башҡорт дәүләт университетында “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары теле һәм әҙәбиәте: башҡорт теле һәм әҙәбиәте” йүнәлеше буйынса диссертация советы эшмәкәрлегенең тергеҙелеүе – республикабыҙ өсөн ҙур еңеүҙәрҙең береһе”, – тип билдәләне.
Беҙ әлеге Советтың башҡорт ғилми донъяһы өсөн әһәмиәтен билдәләүҙе һорап, Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Абдуллинаға мөрәжәғәт иттек.
– Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһында туған телдәрҙе өйрәнеү, уларҙы үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бер быуаттан артыҡ тарихы булған Башҡорт дәүләт университетында ла юғары белемле милли кадрҙар әҙерләү буйынса байтаҡ эш башҡарыла.
Бынан дүрт тиҫтә йылдан ашыу элек Башҡорт дәүләт университеты базаһында асылған Диссертация советында элекке Советтар Союзының бик күп республикаларынан буласаҡ фән докторҙары, ғилми эшмәкәрҙәр кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған. Уларҙың бер нисәһен генә атап үтәйек: Ҡабарҙа-Балҡарҙан Мусса Кетенчиев, Дағстандан Нураммат Ольмесов, Татарстандан Фоат Ғәлимуллин, Наил Вәлиев, Яҡутстандан Прасковья Сивцева һәм башҡа бик күптәр. Совет эшендә рәсми оппоненттар булараҡ ҡатнашыу өсөн Өфөгә төрлө тарафтарҙан профессорҙар йыш килде: Ҡаҙағстандан Кенесбай Мусаев, Татарстандан Мирфәтих Зәкиев, Фуат Ғәниев, Айнур Тимерханов, Яҡутстандан Николай Тобуроков, Сыуашстандан Галина Семенова, Дағстандан Нурмөхәмәд Ғәджиәхмәдов, Ҡабарҙа-Балҡарҙан Әхмәт Мизиев һ.б.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың туранан-тура ҡатнашлығында Советты яңынан асыу эшен яйға һалдыҡ. Быйыл яңы Диссертация советы профессор Хәҙисә Солтанбаева етәкселегендә үҙ эшен уңышлы ғына башлап ебәрҙе, ноябрь айында башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса ике яҡлау үтте. Киләһе йылда тағы бер нисә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлау күҙаллана.
Бөгөн төбәктең артабанғы үҫешенә хәл иткес йоғонто яһарлыҡ проекттарҙы башҡарып сығырҙай йәш милли кадрҙар кәрәк. Улар башҡорт телен һәм әҙәбиәтен республикабыҙ кимәлендә генә түгел, Рәсәй һәм хатта донъя кимәлендә танытырға тейеш. Милли традициялар нигеҙендә тәрбиәләнгән шәхес формалаштырыу буйынса донъя практикаһы талаптарына яуап бирерлек ғилми һәм педагогик кадрҙар әҙерләүҙә беҙҙең Диссертация советының да өлөшө һиҙелерлек булыр, тип ныҡ ышанам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса донъялағы берҙән-бер Совет булараҡ, ул даими иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Был Совет республикабыҙҙағы гуманитар фәнни потенциалды берләштереүгә лә ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһаясаҡ, сөнки унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса абруйлы ғалимдар һайланған. Диссертация советы ағзалары, ғилми эштәрҙе яҡлауға ҡабул итеү менән бер рәттән, артабанғы эҙләнеүҙәрҙең яңы йүнәлештәрен дә билдәләйҙәр. Улар бер үк ваҡытта ғилми үҫештең дөйөм парадигмаларына нигеҙләнгән әйҙәүсе фәнни мәктәптәрҙең етәкселәре лә булып тора, – тип билдәләне Гөлфирә Риф ҡыҙы.
Ә беҙ үҙ эшмәкәрлеген ҡайтанан тергеҙгән ғилми совет башҡорт фәнен үҫтереүгә үҙ өлөшөн ҡыйыу индерһен, яңынан-яңы йәш ғалимдарға ҡанаттар ҡуйһын, тигән изге теләктә ҡалабыҙ.