Баҫмала төбәктең арҙаҡлы башҡорттары Туҡтамыш Ижбулатов, Исмәғил Тасимов, төбәк географияһы, милли аштар тураһында мәҡәләләр, “Айна менән Ғәйнә” эпосының ҡыҫҡартылған варианты тәҡдим ителгән. Унан тыш, журналдың эске ҡушымтаһында ғәйнә башҡорттары кейемендә милли ҡурсаҡтар баҫылған. “Батыр рухы” комиксында ике ырыу батыры осашып, уҡ атыу, милли көрәш буйынса көс һынаша. Журналда шулай уҡ балаларҙың эштәре лә баҫылған – Ирина Зоринаның шиғыры, Айһылыу Мәсәғүтованың мәҡәләләре, Юлиә Мнсадырованың, Арина Ҡунаҡаеваның, Самира Әдүтованың, Риана Әмированың һүрәттәре, Эльвина Фәтхуллинаның ҡул эше баҫманы йәмләп тора. Унан тыш, кескәйҙәрҙең “Ғәйнә – башҡорт ыруы” китабы менән, крайҙың ”Сулпан” өлгөлө балалар ансамбле фотолары – шулай уҡ баҫманың күрке. Баҫмалағы барлыҡ материал ғалим, телсе Искәндәр Сәйетбатталов тарафынан башҡорт әҙәби теленән ғәйнә диалектына тәржемә ителгән.
– Беҙ Искәндәр Рәсүл улына, рәссамдарыбыҙ Азамат Ғариповҡа, Хаят Йәрмөхәмәтоваға, Артур Василовҡа, Сергей Эйтвидҡа, Ирина Әхмәҙуллинаға, Рида Мөхәмәтшинаға, Салауат Ғиләзетдиновҡа һәр материалға күңел биреп ҡарағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Журналды Башҡортостандан ситтә йәшәгән, әммә боронғо, шул уҡ ваҡытта заманса башҡорт халҡының бер кескәй милләттәштәребеҙгә тәрән һөйөү менән эшләргә тырыштыҡ! – ти баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина.