Телефонының юғалғанын белгәс, водитель полицияға мөрәжәғәт иткән. Уның әйтеүенсә, килтерелгән зыян - 11 мең һум. Водитель һөйләүе буйынса, маршрутканың уның янындағы алғы урындығына бер ҡатын ултырған. Ул "Йылға аръяғы баҙары" туҡталышында төшөп ҡалғас, водитель телефонының юҡлығына иғтибар иткән һәм тиҙ генә был турала полицияға хәбәр иткән.
Оперативниктар урлашыуҙа шик аҫтына алынған ҡатынды тапҡан. Ул 41 йәшлек, Өфөнөкө. Ҡатын кеше урлашыуын танмай, "смартфонды үҙемә тотоноу өсөн алдым" ти. Урлашыу буйынса енәйәт эше асылған.