Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ойошторолған Яңы йыл йәрминкәләрендә байрам өҫтәленә урындағы фермерҙарҙың продукцияһын һатып алып буласаҡ.
Өфөлә йәрминкәләр 19, 20, 26 һәм 27 декабрҙә үтә. Улар Дим биҫтәһендәге Хәҡиҡәт урамы буйлап Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге автомобиль юлы участкаһында, Калинин районында – Интернациональ, Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Киров районында – Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се йорттар ҡаршыһында, Ленин районында – Әхмәтов урамындағы “Тулҡын” скверы алдында, шулай уҡ Октябрь районындағы Р. Зорге урамындағы 41-се йортта урынлашҡан Спорт һарайы эргәһендә эшләйәсәк.
Орджоникидзе районында Беренсе Май урамының 41-се йорто эргәһендәге С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Совет районында Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 21-се йортта урынлашҡан Йәштәр һарайы янындағы майҙансыҡта йәрминкәләр 19 декабрҙә генә була.
19 һәм 26 декабрҙә республика райондарында һәм ҡалаларында байрам сауҙаһы ойошторола. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында йәрминкәне “Хладокомбинат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үткәрә (Колхоз урамындағы 9-сы йорт яғындағы майҙансыҡта). Күмертау ҡалаһында К. Маркс урамында (Ленин урамынан Совет урамына тиклем), ә Нефтекамала Ленин урамындағы 19В йорт эргәһендәге майҙансыҡта сауҙа ойошторола.
Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй, тип хәбәр итә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.