Йәмғиәт
20 Декабрь 2020, 11:00

23 ғаилә фатирлы булды

“Кеше тормошонда ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалырлыҡ иҫтәлекле ваҡиғалар күп түгел..."

Ошо көндәрҙә Баҡалы ауылында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән кешеләргә яңы фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды.
“Кеше тормошонда ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалырлыҡ иҫтәлекле ваҡиғалар күп түгел. Тап ошондай хәлдәр иҫәбенә яңы торлаҡҡа күсеүҙе лә индерергә мөмкиндер. Ворошилов майҙанындағы өс ҡатлы яңы йортта өй туйлағандар – етем балалар һәм авария хәлендәге торлаҡ фондынан күскәндәр ҙур шатлыҡ тойғоһо кисерәлер тип ышанам”, – тине хакимиәт башлығы Александр Андреев.
Әлегә тиклем авария хәлендәге торлаҡта йәшәгән 23 ғаилә яңы фатирҙарға урынлашҡан. Һәр береһендә яҡшы ремонт яһалған. Ихатала туҡталҡалар йыһазландырылған, йәйәүлеләр өсөн тротуар, яҡтыртҡыстар системаһы, спорт һәм балалар майҙансыҡтары бар, юлға асфальт түшәлгән.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас