Йәмғиәт
20 Декабрь 2020, 13:30

Еңеү - Ғафури ҡатын-ҡыҙҙарында!

"Йыл эшҡыуары-2020" конкурсында райондан бер юлы өс ҡатын-ҡыҙ төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты "Йыл эшҡыуары-2020" конкурсына йомғаҡ яһаны. Еңеүселәргә награданы комитет рәйесе Римма Бойцова тапшырҙы.
Красноусол ауылында икмәк-ҡалас, кондитер ризыҡтары етештереү менән шөғөлләнгән "Сифатлы тирмән" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Фомина "Йәмәғәт туҡланыуы" номинацияһында еңеүсе булып, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды һәм "Йыл эшҡыуары-2020" тип иғлан ителде.
Светлана Ивановна үҙ эшенең оҫтаһы икәнлеген йәнә бер ҡат раҫлап, "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсының "Бизнес корифейы" номинацияһында ла еңеү яуланы. Ошо уҡ конкурста Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова ла ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ул "Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн" номинацияһында еңеп сыҡты.
Ғафуриҙан тағы ла бер ҡатын-ҡыҙ етәксе - "Изгелек шишмәһе" халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғолова "Мәрхәмәтлектең сиге юҡ" номинацияһында I дәрәжә lиплом менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Фото: Ғафури районы хакимиәте.
Читайте нас