Йәмғиәт
20 Декабрь 2020, 17:30

Гимназия директоры вафат булды

“Ауыр сир етәксебеҙҙе йәлләп тә тормай арабыҙҙан тартып алды. Ул ныҡ яратты был тормошто. Күңелгә шул ҡәҙәр ауыр..."

Ауыр хәбәр Саҡмағош яҡтарынан килде. Унда бөгөн ҡапыл ғына Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Саҡмағош ауылы гимназияһы директоры Ратмир Камилйәнов вафат булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул коронавирус менән сирләгән.
Ратмир Фаот улы 2005 йылдан алып ошо уҡыу йортонда директор булып эшләгән. Был йылдар эсендә гимназия ҙур уңыштарға өлгәшкән: инновациялы белем биреү программаларын индереү буйынса “Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре”, “Электрон мәктәп” һ.б. конкурстарҙа еңгәндәр, “Мәғариф” милли проектына ярашлы грант алғандар, төрлө йүнәлештәр буйынса тәжрибә майҙансыҡтары булдырғандар.
“Ауыр сир етәксебеҙҙе йәлләп тә тормай арабыҙҙан тартып алды. Ул ныҡ яратты был тормошто. Күңелгә шул ҡәҙәр ауыр... Ратмир Фаот улының үлеме тураһындағы хәбәр уның уҡыусылары һәм коллегаларына үтә ауыр тәьҫир итте”, – тиелә уҡыу йортоноң сайтында.
Хеҙмәткәрҙәре уның тураһында тик яҡшы фекерҙәр белдерә. Тәртипле, итәғәтле, яратҡан эшенә бирелгән олпат педагог, кеше күңелен аңлаған иптәш булған.
“Асыҡлығы, ғәҙеллеге, мәрхәмәтлелеге арҡаһында уны бөтәһе лә хөрмәт итә ине. Ратмир Фаот улы тураһындағы изге хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ! – ти гимназия хеҙмәткәрҙәре. – Ул һәр ваҡыт кешеләр өсөн файҙалы ғәмәлдәр атҡарырға ынтылды. Киләсәккә пландары ҙур ине, яңы ғына 60 йәше тулғайны...”
Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: gym_chekmagush, гимназия сайты.
Читайте нас