Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 16:45

Алданған өлөшсөләр фатир асҡысы алды

"2023 йыл аҙағына алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ", - тине Радий Хәбиров.

Бөгөн “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө Кузнецов затонындағы “Ағиҙел” торлаҡ комплексы өлөшсөләренә фатир асҡыстарын тапшыра башланы. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Баҡса ҡулсаһы”ның директорҙар советы рәйесе Сергей Колунов ҡатнашты. Киләһе ике айҙа А һәм Б секцияларында өлөшсөләр 518 фатир ала.
“Ағиҙел” торлаҡ комплексында төҙөлөш 2014 йылдың ноябрендә башланғайны. Эш 2017 йылда тамамланырға тейеш ине. Финанс ҡыйынлыҡтар тыуыу сәбәпле төҙөүсе – “Госстрой” компаниялар төркөмө йөкләмәне үтәй алманы. Быйыл майҙа Башҡортостан етәкселеге ҡатнашлығында һәм уның контролендә проектҡа “Баҡса ҡулсаһы” компаниялар төркөмө ҡушылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөүселәр А һәм Б секцияларын сафҡа индерҙе, В һәм Г секцияларын киләһе йылдың IV кварталында тапшырырға ниәтләйҙәр.
“Баҡса ҡулсаһы” шулай уҡ Өфөләге “Ленин урамындағы йорт”, “Эрмитаж. Ҡала советы” һәм “Мәскәү” торлаҡ комплекстарын төҙөп бөтөү бурысын үҙ иңенә алды. 2020 йыл аҙағына компания өлөшсөләргә 800-гә яҡын фатирҙы тапшырыуға әҙерләне.
Республика етәксеһе “Ағиҙел” торлаҡ комплексын ҡарап сыҡты, өлөшсөләрҙе яңы торлаҡ менән ҡотланы.
– Республикаға килеп, төҙөлөп бөтмәгән йорттар мәсьәләһен үҙ иңенә алыуҙан ҡурҡмаған “Баҡса ҡулсаһы” компанияһынан партнерҙарыбыҙға ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың эшенең һөҙөмтәһен күрә башланыҡ та инде, кешеләр фатир асҡысын ала. Хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итәбеҙ. 2023 йыл аҙағына алданған өлөшсөләр проблемаһын тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас