Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 13:00

Подъездар нисек ремонтланған?

Һигеҙ райондағы 71 күп фатирлы йортта етешһеҙлек асыҡланған.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә 2019 йылда республика программаһы буйынса ремонтланған подъездарҙағы етешһеҙлектәр тикшерелде. Вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, һигеҙ райондағы 71 күп фатирлы йортта етешһеҙлек асыҡланған.
Буяу һәм штукатурка ҡутарылған, стена һәм түбәлә сатнаған урындар, һыу ағыу эҙҙәре бар, элемтә линиялары дөрөҫ һалынмаған – был төп дәғүәләр. Шулай уҡ вандализм факттары ла теркәлгән.
Шуныһы: дәғүәләрҙең яртыһы ремонт сифатына бәйле түгел һәм гарантия осрағына ҡарамай. Мәҫәлән, ҡыйыҡтан һыу ағыу һәм һыу үткәргес етешһеҙлеге арҡаһында барлыҡҡа килгән эҙҙәрҙе идара итеүсе компаниялар үҙ иҫәбенә ремонтлаған. Шуға күрә Борис Беляев хакимиәт башлыҡтарына комплекслы ремонт программаһы сиктәрендә төҙөкләндәрелгән йорттарҙа ҡыйыҡ һәм инженер селтәре хәлен тикшерергә ҡушты.
59 йортта етешһеҙлектәрҙе бөтөргәндәр. Ҡалған 12 йортта тик йылы ваҡытта ғына ремонт эшләп була, шуға улар йәй көнө башҡарыласаҡ һәм 2021 йылдың 1 июненә тиклем тамамланасаҡ.
– Хәл контролдә тотола. Подъездар ремонты программаһын дауам итәсәкбеҙ, тик киләһе йылда ул әҙерәк кәмейәсәк. Бюджет нығынғас, элекке кимәлгә ҡайтасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас