Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 11:15

Республика Башлығы Татьяна Буланкинаның теләген үтәне

Радий Хәбиров Башҡортостандағы өс кешенең – ике үҫмерҙең һәм пенсионер ҡатындың – теләген үтәргә вәғәҙә иткәйне.

Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 17 декабрҙә “Теләктәр шыршыһы” бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашып, Башҡортостандағы өс кешенең – ике үҫмерҙең һәм пенсионер ҡатындың – теләген үтәргә вәғәҙә иткәйне.
Ошо көндәрҙә ул Ишембайҙа йәшәгән Татьяна Буланкинаның хыялын тормошҡа ашырҙы. Хаҡлы ялдағы ҡатын бер нисә ауыр операция үткәргән, әле һаулығын нығытыу менән мәшғүл. Уға акцияла ҡатнашырға ҡыҙы Анастасия ярҙам иткән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы бөтә ғаилә менән ҡаршыланылар. Ишембай районы хакимиәтенең социаль сәйәсәт бүлеге начальнигы Роберт Ибәтуллин Татьяна Буланкинаға республика Башлығы исеменән бүләк – ҙур экранлы планшет тапшырҙы.
“Ниңә тап планшет һорарға булдығыҙ?” тигән һорауға ҡатын: “Ейәнсәрҙәремдең гимнастика буйынса сығыштарын бик ҡарағым килә, тик телефондың бәләкәй экранынан уларҙы яҡшы итеп күреп булмай шул”, – тип яуапланы.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас