Йәмғиәт
21 Декабрь 2020, 19:15

Герой менән хушлаштыҡ...

Социалистик Хеҙмәт Геройы, Көйөргәҙе районын тотош республикаға һәм илгә танытҡан данлыҡлы һауынсы Шәүәли Вахитов арабыҙҙан китте.

Кисә Социалистик Хеҙмәт Геройы, Көйөргәҙе районын тотош республикаға һәм илгә танытҡан данлыҡлы һауынсы Шәүәли Вахитов арабыҙҙан китте.
18-19 йәш тирәһендә фермала эш башлап, һауынсы булып республиканы данға күмгән Социалистик Хеҙмәт Геройы, “БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы” тигән маҡтаулы исем йөрөткән хеҙмәт ветераны Ялсыҡай ауылында ғүмер кисерҙе.
Шәүәли Мөхәмәт улы Вахитов 1932 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған. 1947 – 1957 йылдарҙа Андреев исемендәге колхозда эшләй. 1957 йылда “Таймаҫ” совхозы ойошторолғас, Лена бүлексәһендә һауын гурты бригадиры булып эш башлай һәм был вазифаны 1962 йылғаса башҡара. 1962 – 1987 йылдарҙа машина менән һауыу операторы була. 1987 – 1994 йылдарҙа тағы ла ошо уҡ совхозда һауын гурты бригадиры була.
Һәр һыйырҙан һөт һауыу буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә: 1962 – 1979 йылдарҙа – 5000 кг, ә 1980 – 1987 йылдарҙа 6432 кг һөт һауып ала. Малсылыҡты үҫтереүҙә күрһәткән уңыштары өсөн 1966 йылдың 22 мартында СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Вахитов Шәүәли Мөхәмәт улына “Социалистик Хеҙмәт Геройы” исеме бирелә.
Яҡташтары, замандаштары Шәүәли Вахитовты эшһөйәр, йор һүҙле, киң күңелле, йыр-моңға маһир хөрмәтле уҙаман тип белде һәм ихтирам итте.
Мәрхүмдең балаларының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Мәҡәлә Башҡорт Википедияһы мәғлүмәттәренә таянып әҙерләнде.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.
Читайте нас