Үткән ялдарҙа иртә менән Нефтекама ҡалаһында йәшәгән кейәү менән ҡәйнә низағлашып китә. Була торған хәл тиерһегеҙ. Әммә иреш тиҙ генә тамамланмай шул.
Талаштан һуң кейәү ҡәйнәһенең шәхси йортонан ярһып килеп сығып, тура гаражға йүнәлә һәм ундағы Chevrolet Orlando автомобиленә ут төртә. Шул рәүешле 57 йәшлек кейәү ҡәйнәһенән үс ала.
Янғынды һүндергәс, машинаның ныҡ ҡына зыян күргәнлеге күренә - капот аҫты, багажнигы, салоны янған була. Был хаҡта, үҙ сығанаҡтарына таянып, UfacityNews.ru яңылыҡтар порталы хәбәр иткән.
Күңелһеҙ хәлдән һуң 10 минут та үтмәгән, ҡәйнә кеше полицияға ғариза яҙып та ҡуйған. Ә кейәү был ваҡытта өйҙән сығып ҡасҡан.
Хәҙер ҡыҙыу иргә матди зыян килтергән өсөн төрмә янай икән. Баҡтиһәң, ул алдан да урлашҡаны, үлтереү менән янағаны һәм, юл ҡағиҙәләрен боҙоп, кеше һаулығына зыян килтергәне өсөн хөкөм ителгән булған. Был эште хәҙер тәфтишселәр тикшерә.