Йәмғиәт
22 Декабря 2020, 05:45

Ҡыш бабай һеҙҙе көтә!

Башҡорт Ҡыш бабайы ҡунаҡтар ҡабул итә башланы һәм ул 20 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.

Ишембай районының Торатау итәгендә башҡорт Ҡыш бабайы тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итте. "Торатау" геопаркында урынлашҡан мөғжизә илендә балалар бүләктәр алып, ял сәғәттәрен күңелле үткәрҙе. Бындай Ҡыш бабай резиденцияһы республикала берҙән-бер, ул 20 ғинуарға тиклем асыҡ буласаҡ.
Йәмле Торатау итәгендә урынлашҡан Ҡыш бабай биләмәһендә балаларҙан тыш өлкәндәргә лә күңел асыу саралары ҡаралған. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан килеүселәр өсөн атта егелгән санала, ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү тәҡдим ителә. Яңы йыл байрамдарында бында төрлө уйындар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡарала.
Балалар араһында Ҡыш бабайҙың тылсымғы таяғының көсөнә ышаныу һәм уға үтенес хаты яҙыу йолаһы бар. Ҡыш бабай тирмәһе асылған көндө үк ошондай хат яҙған 65 бала бүләктәр алып ҡыуанды ла инде.
Бында килгән ҡунаҡтар өсөн кафе эшләй, ҡуна ҡалырға теләүселәргә экоҡунаҡхана тәҡдим ителә. Һырғалаҡта шыуырға, егеүле атта, квадроциклда йөрөргә, һауа шарттары уңай булһа паропланда осорға мөмкин. Коммерция нигеҙендә ойошторолған хеҙмәттәр менән файҙаланыу өсөн геопарктың сайтына инеп алдан яҙылыуҙы һорай етәкселек.
Ял итеүселәргә төрлө сәйәхәттәр тәҡдим ителә. Билдәле булыуынса, "Торатау" геопаркына Ғафури районы биләмәһендә урынлашҡан "Еҙем" тәбиғәт паркы ла ҡарай. Шуға ла геопарк етәкселеге Ғафури районына "Еҙем буйлап атлы тур", "Санала Мәмбәткә" (Толпар ауылынан Еҙем йылғаһы буйлап үргә табан), "Изге шишмәләр" ("Красноусол" шифаханаһы эргәһендә) "Күркәм дөйәғоштар (страус) иленә сәйәхәт" ( Ғафури районы, Игенйылға ауылы) кеүек ҡышҡы турҙар тәҡдим итмәксе. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡунаҡтарҙы 2021 йылдың 20 ғинуарына тиклем ҡабул итә.
Читайте нас