Йәмғиәт
22 Декабрь 2020, 20:00

"Атайымдың аты йәшәйәсәк!.."

- Атайыма һуңғы тапҡыр ҡарағанымда, үҙем дә һиҙмәҫтән, шулай тип әйттем. Һөҙөмтәлә...

Коллегабыҙ – “Тамыр” телеканалы журналисы Зөлфиә Даянованың “Бәйләнештә” селтәрендә атаһының атына ҡағылышлы яҙмаһы күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткәндер.
“Атайыма һуңғы тапҡыр ҡарағанымда, үҙем дә һиҙмәҫтән, шулай тип әйттем: “Атайымдың аты йәшәйәсәк! Уның хаҡында яҡты хәтер булып!” Атайым атын ныҡ яратты, бала кеүек ҡараны.
Әгәр йорт хайуаны хужаһын юғалтһа, күп осраҡта бер кемгә кәрәкмәй булып сыға. Беҙҙең осраҡта, әсәйем, нисек кенә ныҡ теләһә лә, ат һынлы атты ҡарай алмай ине. Атыбыҙҙы хужалыҡ эштәрендә ҡулланыу өсөн һатырға булғайныҡ, тик оло тип алыусы булманы. Эйе, уға 20 йәш, әммә әлегә көслө, ҡараулы. Бында шарттарҙа бер генә юл ҡала – ит комбинаты...
Атайым менән хушлашҡанда әйткән һүҙҙәремде фәрештәләр ишеткәндер һәм шуларҙың береһе Анастасия Пешкина исемле оло йөрәкле ҡыҙ сүрәтендә беҙгә ярҙамға килгәндер...” – тип яҙғайны журналист үҙ сәхифәһендә.
Анастасия Пешкина Өфө районындағы Нуғай ауылында шәхси ат һарайы тота. Ул хужаһын йә йәшәр мөйөшөн юғалтҡан, төрлө күңелһеҙ хәлдәр сәбәпле кәрәкһеҙгә әйләнгән аттарҙы һатып алып тәрбиәләй. Кешеләрҙе һыбай йөрөтөү менән шөғөлләнә, фотосессиялар ойоштора.
Һәм бына ошо көндәрҙә Мәсетле районының Тимерәк ауылында йәшәгән 20 йәшлек ат та Анастасияның тоғро дуҫтары сафын тулыландырҙы.
“Атыбыҙҙың башта ҡушҡан исеме “Йондоҙ” ине, тик беҙ уны башлыса “ат” тип кенә йөрөттөк. Бында уны, тыуған ауылы Тимерәк исеменә бәйләп, “Тим” тип атанылар. Пассажир сифатында оло юлға тәүге тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, 300 саҡрым араны ул лайыҡлы, матур үтте. Бының өсөн мал ташыуға ҡулайлаштырылған машинаның водителе – Екатерина исемле ҡыҙға рәхмәтлебеҙ.
Настяның башҡа аттары – өс бейә атыбыҙҙы дуҫтарса ҡабул итте. Хәҙер Тим “матур ҡыҙҙар” менән йәшәйәсәк. Беҙ уны һатып бирмәнек, бары тик атайыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек булып йәшәһен, матур ҡартлыҡ кисерһен тигән изге ниәттә эш иттек”, – ти Зөлфиә.
Алыҫ Мәсетле еренән махсус техника яллап атты алып килеүгә, уға бесән һатып алыуға изге күңелле кешеләр бергәләп аҡса йыйып ярҙам иткән. Әйткәндәй, теләге булған һәр кем Анастасия Пешкинаның изге эшенә булышлыҡ итә ала. Оло йәштәге (ҡайһы берҙәре ауырыу) аттарҙы тәрбиәләү ҙур ғына сығымдар талап итә. Бәйләнеш өсөн Анастасияның телефонын тәҡдим итәбеҙ: 8-917-423-60-73. Шәхси ат һарайы хужабикәһе һәр төрлө ярҙамға ла шат буласаҡ.
Фотолар: Зөлфиә Даянованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас