Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты: “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған Яңы йыл шыршыһынан өс шарҙы алып, унда яҙылған теләктәрҙе уҡыны.
"Әмин Таһиров, дүрт йәш. Йорт спорт комплексы тураһында хыяллана, – тине Константин Борисович. – Екатерина Холстинина, 13 йәш. Велосипедлы булғыһы килә. Ә быныһы – Яңауыл коррекция мәктәбе уҡыусыларынан: улар бүләккә видеокамера һәм татлы ризыҡ алырға теләй. Барыһының да теләктәрен ҙур ҡәнәғәтлек менән үтәйәсәкмен. Яңы йыл алдынан үҙеңде Ҡыш бабай итеп тойоу һәм балаларға аҙмы-күпме тылсым өләшеү күңелле".
Парламент спикеры менән бергә акцияла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Эльвира Айытҡолова, Владимир Нагорный, Салауат Хөсәйенов, Шамил Шәрипов, Альберт Лоҡманов, Айҙар Яҡупов, Зәки Әлибаев ҡатнашты. Дәүләт Йыйылышының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, депутаттар өләшәсәк бүләктәр араһында – яҡтыртылған ҡом өҫтәле, уйынсыҡ тимер юл, саңғылар комплекты, велосипед, сноуборд, сымһыҙ колонка, каркаслы бассейн, Гарри Поттер тураһындағы китап.
– “Теләктәр шыршыһы” – сағыу һәм заманса проект, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Константин Толкачев. – Быйыл пандемия сәбәпле, ғәҙәттәгесә, ҙур байрам үткәреү мөмкинлеге юҡ, шуға күрә Яңы йыл проекттары айырыуса мөһим. Һәр кем берешәр генә шәфҡәтле эш башҡарһа ла, донъя яҡтыраҡ һәм яҡшыраҡ буласаҡ.
Фото: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте.