Баймаҡ районының Иҫән ауылында 12,8 километр оҙонлоғондағы түбән баҫымлы газ торбаһы һалыу эштәре башланды.
Төҙөлөш Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса алып барыла. Эште атҡарып сығыу өсөн Башҡортостан бюджетынан 17,5 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Әле өс километр газ торбаһы һалынған.
Төҙөлөш эштәрен тамамлау һәм Иҫән ауылы йорттарын "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырыу 2021 йылдың декабрендә планлаштырыла.
Фото Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.