Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Декабрь 2020, 22:30

Пиротехниканы ҡулланғанда һаҡ бул!

Республикала ошоға бәйле күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмауҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейдтар дауам итә.

Республикала пиротехника ҡулланғандан һуң күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмауҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән рейдтар дауам итә. Бөгөн, 23 октябрҙә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре шундай сауҙа урындарында булып, һатылған тауарҙың сертификаттарын тикшерҙе.
Шулай уҡ һаҡлау урындарына, янғын хәүефһеҙлеге инвентарҙарына айырым иғтибар бүленде. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һатыусыларға янғын хәүефһеҙлегенә бәйле инструктаж үткәрҙе.
Һатып алыусылар шуны белергә тейеш: бындай әйберҙәрҙе алырҙан алда ҡулланыу ваҡытына иғтибар итеү мөһим, төргәгенең таушалмаған булыуына, шулай уҡ рус телендә төплө аңлатма барлығына инаныу мотлаҡ. Пиротехниканы ҡоро ерҙә, йылытҡыстарҙан, асыҡ уттан алыҫырыҡ һәм ҡояш нурҙары төшмәгән урында һаҡлау шарт.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре петарда, фейерверк һәм салюттарҙы тик махсуслаштырылған магазиндарҙан ғына алырға кәңәш итә, сөнки насар сифатлы шартлатҡыстарҙың күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас в