Быйыл Өфө ҡалаһындағы 44-се полилингваль мәктәптә белем алған VII класс уҡыусыларын шайморатовсылар сафына алыу тантанаһы үткәрелгәйне.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Уларҙа белем алған уҡыусылар өсөн берҙәм мәктәп формаһы булдырылды. Өҫтәүенә уҡыусылар араһынан иң яҡшыларҙы “Йәш шайморатовсы” билдәһе менән бүләкләү ҙә ҡаралған.
Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа уҡығандар өсөн үҙенсәлекле дәрестәр – атта һыбай йөрөү, уҡ атыу, йөҙөү, башланғыс хәрби әҙерлек – үткәрелә.
Киләсәктә ошо алынған белем ярыштарҙа, төрлө сараларҙа ҡатнашыуға нигеҙ буласаҡ.
Ошондай класс Өфө ҡалаһындағы 44-се полилингваль мәктәптә лә бар. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин ҡыҙҙарға һәм малайҙарға ғәҙәти уҡтан атырға, халыҡ хореографияһы нескәлектәренә өйрәтә. Шахмат серҙәренә иһә шахмат буйынса спорт кандидаты мастеры Илдар Имашев уҡыта. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы бассейны тренерҙары йөҙөү буйынса дәрестәр үткәрә.
Шуныһы үҙенсәлекле: бындай дәрестәргә класта уҡыған балаларҙың барыһы ла йөрөй. Йөҙөү менән шахмат дәрестәре аҙнаһына бер тапҡыр үткәрелһә, хореография менән уҡтан атыу буйынса күнекмәләр аҙнаһына ике тапҡыр ойошторола.
Фото: Өфөләге 44-се мәктәп.