Өфөлә йәшәгән йөҙйәшәр Әлмира инәй тураһында быға хәтлем бер нисә тапҡыр яҙғайныҡ инде. Ҡарты төҙөгән өйҙөң нигеҙ ташын һыуытмай шунда һәүетемсә йәшәп ятыуын, балаларына терәк-таяныс булыуын, яҡындарының ихтирам-хөрмәтендә ғүмер йомғағын һүтеүен тәфсирләгәйнек. Улай ғына ла түгел, интернетта эшләүҙе үҙләштереүен, "Инстаграм"да ултырыуын.
Әлмира инәйебеҙ социаль селтәрҙәрҙә төрлө яҙмалар баҫтырыуҙы өйрәнеп алыуын ғорурланып һөйләгәйне. Әйткәндәй, ошо арала уның “һуңғы көндәремдә ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсеп, эс серҙәремде бүлешерлек бабай эҙләйем” тигән иғланын күреп аптыраныҡ.
– Донъям бөтөн, ҡартлығым тыныс, ҡыҫҡаһы, туғандарымдың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем, – тине ул. – Шулай ҙа ниҙер етмәгәнен күңелем менән тоям. Үҙ тиҫтерем кәрәк миңә, ул кеше менән уртаҡ һөйләшер һүҙҙәр күп. Был әбей гел генә интернетта ултыра икән тип уйламағыҙ. Ашарға бешерәм, иң мөһиме, тәмле итеп. Бабайымды ас тотмаҫ инем, һәр ваҡыт тәмленән-тәмле итеп һыйлаясаҡмын.