Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 08:00

Асарбаҡтарҙы һыйлаусы кем ул?

Өфө ҡыҙы үҙе әҙерләгән аштар менән өйһөҙҙәрҙе һыйлай.

"Моя Уфа" яңылыҡтарында яҙылған яҡшы кеше тураһындағы хәбәрҙе уҡығас, күңел күтәрелеп, донъялар яҡтырып киткәндәй булды. Бар бит ул эргәбеҙҙә шундай мәрхәмәтле, кеше йәнле, ярҙамсыл кешеләр! Ундайҙар бүтәндәрҙе лә уятып, битарафлыҡтан арындырып, изгелек ҡылырға этәргес дәрт бирә.
"Өфө ҡыҙы үҙе әҙерләгән аштар менән өйһөҙҙәрҙе һыйлай" тип атала был яңылыҡ. Екатерина Боброва - үҙе вегетарианка. Бына инде өсөнсө йыл һәр аҙна һайын магазиндан биштәр-биштәр аҙыҡ-түлек һатып алып, беренсе, икенсе блюдолар әҙерләп, термостарға эҫе сәй ҡойоп ала һәм ниндәйҙер сәбәптәр менән урамда йәшәргә мәжбүр булған кешеләрҙе ашата. Һәм һәр шәмбе Өфө үҙәгендәге бер барак янында 30-40-лаған асарбаҡ йыйылып уны көтә.
Һәр ашатыу ҡыҙға ике мең һумға төшә икән. Екатеринаның хыялы - ауыр хәлгә тарыған кешеләргә социаль ашхана асыу. Быныһын да булдырыр ул. Уңыштар һиңә, изге йәнле ҡыҙ!

Фото:rusovok.ru
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас