Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 08:30

Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты.

23 декабрҙә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Сергей Греков “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан теләктәр яҙылған өс шарҙы алды.
Шулай итеп, туғыҙ йәшлек Григорий Гордиенко өй батуты, ете йәшлек Тимур Ғәйнуллин – ике тәгәрмәсле велосипед, ә биш йәшлек Арсен Ширғазин швед стенкаһы тураһында хыяллана.
– Миңә хәйриә, ирекмәнлек һәм изге эштәр йолалары бик яҡын. “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй проекты – күберәк изге эштәр башҡарыу, иғтибар, байрам кәйефе һәм мөғжизәгә ышаныс бүләк итеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Ҙур теләк менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҡлаған проектты тормошҡа ашырыуға ҡушылам. Бөтә теләктәрҙе үтәйәсәкмен. Мөғжизәләр тормошҡа ашырға тейеш. Етеп килгән Яңы йыл менән, – тине Сергей Греков.
Шулай уҡ акцияла Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов ҡатнашты.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балалар һәм һаулығына хәүеф янаған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акция 5 декабрҙә башланды, уға ил Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акция сайтына 500-ҙән ашыу теләк килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем тормошҡа ашырасаҡтар. Хыялдарҙы билдәле артистар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр тормошҡа ашыра ала.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас