Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 09:30
Иң шәп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡотланы
Ғафури, Учалы, Дәүләкән райондарында грант бүләктәре бәләкәстәргә тапшырылған да инде.
#БеҙБергә акцияһында ҡатнашыусылар – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты әүҙемселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары һәм “Әсә йөрәге” берләшмәһенең әсәләр советы “Яңы йыл мөғжизәһе” проекты сиктәрендә етеп килгән Яңы йыл байрамы менән күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы ҡотланы.
Иң шәп Ҡыш бабай – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев менән Ҡарһылыу – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Фәттәховтар һәм Вәлиевтәр ғаиләләрен байрам менән тәбрикләне. Был ғаиләләрҙә туғыҙар бала тәрбиәләнә. Президент гранты фондынан бүленгән сығымдарға аҙыҡ-түлек һәм кәнсә тауарҙары алынған, Өфө эшҡыуары Вадим Заһитов тәм-том күстәнәстәре әҙерләгән.
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы пандемия ваҡытында айырыуса зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеү проекты менән Президент гранттары фондының махсус конкурсында еңеүсе булды. Грант буйынса 100 бүләк ҡаралған. Шуның яртыһы оло йәштәге кешеләргә таратылды, ҡалған яртыһы күп балалы ғаиләләргә тапшырлды. Бөгөн балаларҙың бүләктәргә ҡыуаныуын күреп, үҙебеҙ ҙә ныҡ шатландыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эльвира Айытҡолова.
Ғафури, Учалы, Дәүләкән райондарында грант бүләктәре бәләкәстәргә тапшырылған да инде.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан алынды.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"