Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 11:10
Инйәрҙәге фажиғә
45 йәшлек ир, ғаиләһен ташлап, йәш һөйәркәһенә йәшәргә киткән була.
Белорет районының Инйәр ҡасабаһындағы торлаҡ йортта янғын сыға. Өйгә хужабикәнең элекке ире ут төртә.
Хәл былай була. 45 йәшлек ир, ғаиләһен ташлап, йәш һөйәркәһенә йәшәргә киткән була. Әммә яңы тормошо килеп сыҡмай күрәһең. Үҙенең тыуған көнөндә елғыуар кире өйөнә ҡайтып, ҡатынының ғәфү итеүен үтенә.
Ир менән ҡатын яраша, табын ҡорола, яҡын туғандар саҡырыла. Әммә, араҡы эсеп алғас, бер-береһе менән мөнәсәбәттәрен асыҡлай башлайҙар.
Ҡунаҡтар таралышҡас, ҡатынын ҡурҡытырға теләп, ир өҫтәлдәге ашъяулыҡҡа ут төртә. Ут көсәйеп, йыһаздарға таралғас, сығып ҡаса.
Ут төртөүсе тотолған, иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"