Яңы йыл алдынан, ғәҙәттә, иң ҡыйыу хыялдар ҙа тормошҡа аша. Бөгөн ете йәшлек Аделинаның да көткән ваҡиғаһы булды – ул үҙенең кумиры Радий Юлъяҡшин менән осрашты. Ҡыҙыҡай яратҡан йырсыһына ҡушылып “Ҡалалар” йырын башҡарҙы. Радик уға уйынсыҡ йомшаҡ айыу бүләк итте.
Аделинаның хыялы “Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы ысынбарлыҡҡа әйләнде. Баҡһаң, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров акцияла ҡатнашҡан һәм өс кешенең теләген үтәргә булған. Бер хыял тап ошо Аделинаның хаты булған да.
"Мин ҙур шатлыҡ менән Аделинаның хыялын тормошҡа ашырҙым. Балаларҙың ҡыуанысын күреү - ҙур шатлыҡ. Мин концерттар ваҡытында ла бәләкәй тамашасым шат булһын өсөн тырышам. Уларҙың хис-тойғоларынан яңы йырҙарға энергия алам", – тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин.
Аделина иһә был осрашыу алдынан бик шатланған да, тулҡынланған да. Ҡыҙыҡай Рөстәм Әхмәҙинуровҡа яратҡан йырын кумиры менән йырлау мөмкинлеге биргән өсөн ҙур рәхмәт әйтте.
“Үҙемде ысын Ҡыш бабай итеп тоям, беҙ бит баланың ҙур хыялын ысын иттек. Радикка рәхмәт, ул Аделинаға Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итте һәм концертына саҡырҙы, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһының маҡсаты – етем, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге балалар һәм һаулығына хәүеф янаған өлкәндәрҙең Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Акция 5 декабрҙә башланды, уға ил Президенты Владимир Путин старт бирҙе.
Ғаризалар 16 ноябрҙән 15 декабргә тиклем ҡабул ителде. Башҡортостандан акция сайтына 500-ҙән ашыу теләк килгән. Уларҙы 28 февралгә тиклем тормошҡа ашырасаҡтар. Хыялдарҙы билдәле артистар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр тормошҡа ашыра ала.