Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 06:30

“Теләктәр шыршыһы” малайҙы ҡыуандырҙы

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Өфөнән дүрт йәшлек Саша Лопоуховтың теләген үтәне.

23 декабрҙә Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөнән дүрт йәшлек Саша Лопоуховтың теләген үтәне.
Баланың әсәһе Алла Талипова әйтеүенсә, сабый ҡаты сирләй, әммә музыканы нескә тоя, ярата, баҫмаҡлы музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына. Яңы йылға Саша ата-әсәһе менән электрон синтезатор бүләк итеүҙәрен теләгән.
Михаил Закомалдин бүләкте тапшырҙы, сабыйға һәм уның ғаиләһенә һаулыҡ теләне. Әйткәндәй, Сашаның ике ағаһы бар икән.
Мәғлүм булыуынса, “Теләктәр шыршыһы” – “Минең менән хыял ит” бөтә Рәсәй проектының Яңы йыл байрамына арналған махсус акцияһы. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Фото: vk.com
Читайте нас