Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 11:00

Балаларға – байрам тылсымы

"Медицина хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, әле улар көсөргәнешле шарттарҙа эшләй. Ата-әсәһен һирәк күргән балалар өсөн был бәләкәс кенә бүләк ҡыуаныс һәм яҡшы кәйеф сығанағы булһын"

Башкортостанда “ҡыҙыл зона” ла эшләгән табиптарҙың балалары өсөн бүләктәр таратыу акцияһы башланды.
Тәүгеләрҙән булып уларҙы баш ҡаланың 22-се дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре алды.
Республикала йәмғеһе ошондай йыйылмаларҙы 4000 ғаилә аласаҡ. Проектты “Берҙәм Рәсәй” партияһы, республика профсоюздары, “Ирекмән медиктар” йәмәғәт хәрәкәте, Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ойоштора.
– Медицина хеҙмәткәрҙәренә килгәндә, әле улар көсөргәнешле шарттарҙа эшләй. Ата-әсәһен һирәк күргән балалар өсөн был бәләкәс кенә бүләк ҡыуаныс һәм яҡшы кәйеф сығанағы булһын, — ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Табиптар иһә был көндәрҙә уларға теләктәшлек белдереүселәрҙең иғтибары бик мөһим, тип белдерә. Улар ирекмәндәргә бүләктәр өсөн бик рәхмәтле.
Быйыл коронавирус пандемияһына бәйле күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәрелмәй, сикләүҙәр ҙә ғәмәлдә. Быларҙың барыһы ла сирләүселәр һанын кәметеү өсөн эшләнә. Әммә балалар өсөн Яңы йыл барыбер тылсым сығанағы, сағыу байрам булырға тейеш.
Шуға күрә “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге 8 ғинуарҙа табиптарҙы ғаиләләре менән “Осоусы Голландец” мюзиклын ҡарарға саҡыра.
Фото: “Башинформ”
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас