Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 13:30

Балаларыбыҙ иғтибарһыҙ ҡалманы

Бөгөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә балаларға бүләктәр тапшырыу тантаналары уҙҙы.

Бөгөн, Йомшаҡ шыршыҡай һәм бүләктәр көнөндә, Башҡортостан Башлығы, муниципаль район һәм ҡала округтары етәкселәре исеменән республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә балаларға бүләктәр тапшырыу тантаналары уҙҙы.
Төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа, спорт бәйгеләрендә, конкурстарҙа уңыш яулаған 780 уҡыусы өсөн бүләктәр әҙерләнгән.
“Ағымдағы йыл беҙҙең тормошҡа ҙур үҙгәрештәр индерҙе, әммә беҙ уҡыусыларыбыҙҙы хәстәрләр сара таптыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле балаларҙы Башҡортостандың төп шыршыһы эргәһенә йыйып булманы. Әммә республика етәксеһе Радий Хәбиров ярҙамы менән бөгөн балаларыбыҙ Башҡортостан Башлығы исеменән бүләктәр алды”, - тип белдерҙе мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин бөгөнгө сара тураһында.
Муниципалитеттарҙа бүләктәрҙе урамда, үҙәк район шыршылары янында раҫланған исемлектәр буйынса тараттылар.
Сараларҙы театрлаштырылған тамаша, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сығыштары, уйындаh, флэшмобтар, конкурстар йәнләндереп ебәрҙе.
Фото рәсми сығанаҡтарҙан.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас