26 декабрҙә, Өфөлә Ҡыш Бабайҙар парады уҙасаҡ. Әммә быйыл ул ғәҙәти форматта түгел, ә пандемияға бәйле, автоуҙыш рәүешендә буласаҡ. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Автоуҙыш Салауат Юлаев майҙанынан 11.30 сәғәттә башлана. Ҡыш Бабайҙар Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Пушкин, Ленин, Революцион һәм Октябрҙең 50 йыллығы урамдарынан машинала елдереп үтәсәк. Иң аҙаҡҡы туҡтау пункты - Ленин майҙанындағы ҡупшы шыршы. Унда бик күңелле тамаша ла ойоштороласаҡ, тип вәғәҙәләй ҡала етәкселеге.