“Теләктәр шыршыһы” Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостандың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был акцияға стартты ил Президенты Владимир Путин бирҙе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уға ихлас ҡушылды һәм башҡаларҙы ла саҡырҙы.
Динар Ғилметдинов биш йәшлек Өфө малайы Даниил Хабаровтың хыялын тормошҡа ашырасаҡ. Ул Яңы йылға ҡарҙа йөрөй торған сана һәм самокат теләгән. Оҙаҡламай Даниил Динар Заһит улы менән осрашасаҡ һәм бүләктәрен ЮХХДИ идаралығынан барып аласаҡ. Унда малайҙы башҡа сюрприздар ҙа көтә.
“Беҙ уның теләген мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ, Даниилда Яңы йыл кәйефе булһын. Бөтәгеҙҙе лә етеп килгән Яңы йыл менән”, – тине Динар Ғилметдинов.
Ә бына Михаил Манулиндың теләге үтәлде лә. Уның хыялы яҙылған шарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тартып сығарғайны. Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова менән Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин төбәк етәксеһе исеменән Мишаға бүләк тапшырҙы. Ул микроскоп һорағайны.
"Пандемия ваҡытында малай әсәһе Елена Владимировна менән энциклопедиялар өйрәнгән, унда бактериялар формалары, төрҙәре яҙылған. Михаил уларҙы яҡындан өйрәнергә теләгән, һөҙөмтәлә микроскоп тураһында хыяллана башлаған. Бөгөн беҙ уға заманса, юғары технологиялы бүләкте тапшырҙыҡ. Малай янына биология уҡытыусыһы киләсәк һәм микроскоп менән эшләргә өйрәтәсәк", - тине Алина Сөләймәнова.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.