Кисә Иглин районында хәрби хөрмәт күрһәтеп, Александр Ивановты ерләнеләр. 29 йәшлек ир Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусы контингент составында Таулы Карабах сикләү зонаһында булған.
Әлегә контракт буйынса хеҙмәт иткән егеттең үлем сәбәбе хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының тыныслыҡ урынлаштырыусыларға арналған махсус битендә лә Башҡортостан егете хаҡында яҙылмаған.
Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарҙың һүҙҙәренсә, Александр 18 декабрҙә фажиғәгә осраған, техникаһы тарлауыҡҡа ауған. Унда башҡа хәрбиҙәр ҙә зыян күргән.
Александр Ивановтың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.