Башҡортостан
+20 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
24 Декабрь 2020, 19:00
"Инвалид ейәнен дауалау өсөн эшләй ине..."
Стәрлетамаҡта вәхшиҙәрсә үлтерелгән кондуктор ҡатындың кемлеге асыҡланды. 59 йәшлек Фәриҙә апай, баҡтиһәң...
Аҙна уртаһында Стәрлетамаҡта булған ҡырағай енәйәт тураһында хәбәр иткәйнек. Йәш ир таң менән эшкә китергә тип торған троллейбус кондукторына бысаҡ менән сәнскән. Ҡатын енәйәт урынында йән биргән.
Әле кондукторҙың кемлеге асыҡланды. Фәриҙә исемле был апайға 59 йәш булған. Ул ғинуарҙа 60 йәшен билдәләргә йыйынған. Йәше буйынса пенсияға сыҡһа ла, эшләүен дауам иткән. Баҡһаң, уның бәләкәй ейәне булған, малай инвалид икән. Өләсәй кеше уны дауалауҙа ярҙам итергә тырышҡан.
"Бик изге, ярҙамсыл кеше ине. Элек мәктәптә инглиз телен уҡытты, һуңғы алты йыл беҙҙең депола эшләне. Башҡа хеҙмәткәрҙәр өсөн өлгө булды. 15 ғинуарҙа юбилейын билдәләргә йыйына инек. Шундай фажиғә..." – тиҙәр уның тураһында Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында.
Фәриҙә Стәрлебаш районында тыуған, ә Стәрлетамаҡта ҡыҙы һәм инвалид ейәне менән ҡуртымға фатир алып йәшәгәндәр. Ул ейәнен ныҡ яратҡан, ҡулынан килгәнсә уның күңелен күргән.
Уны кисә тыуған ауылында ерләгәндәр. Хушлашырға килгән яҡындары һәм хеҙмәттәштәре бер сумка өсөн өҙөлгән ғүмергә ныҡ ҡайғыра.
Фото: КП-Өфө.
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"