Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 14:30

Коронавирустан вакцина уйлап тапҡан ғалим үлгән

Нимәнән тиһегеҙме?..

Санкт-Петербургта серле рәүештә Рәсәй микробиологы, биология фәндәре кандидаты Александр Каганский һәләк булған. Ул яман шеш ауырыуҙарын өйрәнеү һәм уға ҡаршы препарат уйлап сығарыуҙа махсуслашҡан, шулай уҡ коронавирусҡа ҡаршы вакцина буйынса ла шөғөлләнгән.
Ғалимдың кәүҙәһен 16 ҡатлы бейек йорт янында тапҡандар. Өҫтәүенә, уның тәнендә бысаҡ яраһы эҙе булыуы ла асыҡланған. Каганскийҙың үлеменең сәбәбе - бейектән ҡолап, ауыр тән йәрәхәттәре алыуҙан, тип күрһәтелгән. Тәфтишселәр фаразынса, ғалимды үлтергәндәр.
Ошо уҡ йорттоң 14-се ҡатында Каганскийҙың танышы, мәктәп эскәмйәһенән алып дуҫ булған медиаменеджер Игорь Иванов йәшәй. Ата-әсәһенең ҡәберҙәрен күрә килгән ғалим унда туҡталған булған. Әлеге ваҡытта тап Игорь Иванов, үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынған да инде.
Александр Каганский Владивостоктағы Алыҫ Көнсығыш федераль университетында Геном һәм регенератив медицина үҙәген етәкләгән, Эдинбург, Вашингтон, Петербург лабораторияларында эшләгән, алдан яҙыуыбыҙса, яман шешкә ҡаршы препараттар һәм коронавирусҡа вакцина уйлап табыу буйынса шөғөлләнгән.

Фото: ensonhaber.com
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас