Яңауыл ҡалаһындағы йорт фатирҙарының береһендә шәхесе әлегә асыҡланмаған әҙәм иҙән йыуыу швабраһы менән оло кешене туҡмай. Ауыр йәрәхәттәр менән зыян күреүсе дауаханаға эләгә һәм комаға китә. Әлеге ваҡытта табиптар уның ғүмере өсөн көрәшә.
Был аяныслы хәл ваҡытында ҡатындың иҫерек улы һәм ире өйҙә була. Улар икеһе лә шик аҫтына алынған. Әммә, енәйәтсене асыҡлау өсөн зыян күреүсенең күрһәтмәһе кәрәк.
Тикшереү бара, “Яуыз ниәт менән һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.