Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 19:00

Шыршы һайлай беләһегеҙме?

Беҙҙән һеҙгә бер нисә кәңәш

Яңы йыл байрамы етеп килә, моғайын шыршы ҡуйыу тураһында уйланаһығыҙҙыр. Күптәр иһә ошо осорҙа баш вата: “тере” шыршы ултыртырғамы, әллә яһалмаһын һатып алырғамы?
Яһалма шыршы
Уның ыңғай яҡтары күп: йыл һайын ысын шыршыға аҡса туҙҙырғансы, берҙе һәм берәгәйлене алып ҡуйһаң, кем әйтмешләй, ул йөҙ йылға етеүе ихтимал.
Икенсенән, ул хәүефһеҙерәк, сөнки энәләре йомшағыраҡ, сәнселеү, яраланыу ҡурҡынысы юҡ.

Өсөнсөнән, яһалма шыршы һатып алаһығыҙ икән, тимәк тәбиғәтте һаҡлауға ла өлөш индерәһегеҙ. Юҡһа, Яңы йыл үтеү менән күпме йәшел матурҡай сүпкә сығып оса. Ағастарҙың үҫеп ултырыуы яҡшы.
Эйе, яһалма шыршының төрҙәре бихисап, ҙурлығы, бейеклеге, төҫө, сифаты, конструкцияһы, эшләнгән материалы менән дә айырыла. Махсус матдә һеңдерелгән ҡағыҙҙан, утҡа бирешмәүсән пластиктан, синтетик сүстәрҙән яһалғандары була. Һуңғылары күпкә ныҡлыраҡ һәм оҙаҡҡа етә.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында ла онотмағыҙ: яҡшы шыршы янмай торған материалдан эшләнә. Мәҫәлән, ҡағыҙ шыршы тиҙ тоҡана һәм яна. Ундайҙы алһағыҙ, электр гирляндаларынан баш тартырға тура киләсәк. Һатыусынан сифат сертификатын һорарға ла онотмағыҙ. Сифатһыҙ тауарҙың майшәм йәки гирлянда йылыһында организм өсөн зыянлы химик матдәләр бүлеп сығарыуы ихтимал.

Урман ҡунағы – “тере” шыршы

Әлбиттә, ысын ағастың ыңғай яҡтары күп: ылыҫ еҫе байрам кәйефе өҫтәһә, шыршы бүлеп сығарған эфир майҙары сәләмәтлек өсөн файҙалы.

Ҡала халҡы ғәҙәттә шыршы йә ҡарағай үҫентеләрен махсус баҙарҙа һатып ала. Күңелегеҙгә оҡшағаны осрап, һатып алдығыҙ икән, уны көнө еткәнсе балконда һаҡлап торорға була.
Ниндәй шыршы һайлауығыҙға ҡарамаҫтан, ул барыбер Яңы йыл кәйефе, йәм, йылылыҡ биреп ултырасаҡ. Айырыуса балалы йортта ул мөһим.
Фото: static.360tv.ru;
ДУҪТАР! Һеҙҙең был яңылыҡҡа бәйле фекерегеҙҙе беҙҙең социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә белдерергә саҡырабыҙ:
https://vk.com/gazetabashkortostan
https://facebook.com/gazeta.bashkortostan
Читайте нас