Бөгөн өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары үҙенсәлекле күренешкә шаһит булды – Ҡыш бабайҙар парады үтте. Сара былтырғынан айырыла – быйыл ул автойүгереү форматында ойошторолған. Ҡыш бабайҙар "тимер ат"та ғына түгел, ысын арғымаҡтарҙа ла елдерҙе, юл ыңғайы был тамашаға шаһит көллөһөн ҡайнар сәләмләне.
Йыйылған ете Ҡыш бабай – “Вся Уфа” телевидениеһының Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойошторған “Ҡыш бабайҙар алышы” конкурсы еңеүселәре. Улар Өфө ҡалаһының райондарынан йыйылғайны.
Ҡыш бабайҙар Салауат Юлаев майҙанында урынлашҡан Өфөнөң төп шыршыһынан ҡуҙғалып, Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Пушкин, Ленин, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы урамдары, Октябрь проспекты буйлап үтте.
Ҡыш бабайҙарҙың биҙәкле саналары ролен лимузин машинаһы үтәүе сараға үҙенсәлек өҫтәне.
Автойүгереү Ленин майҙанында тамамланды – унда барып еткәс, Яңы йыл тылсымсылары ысын арғымаҡтар егелгән саналарға күсеп ултырҙы һәм майҙан буйлап елдерҙе, аҙаҡ халыҡҡа Өфө ҡалаһының бар райондарының да Яңы йыл байрамдарына әҙерлеге хаҡында белдерҙе, тылсымлы таяҡтарын ергә туҡылдатып, Өфөлә байрам тантаналары башланыуы тураһында хәбәр итте.
Күңелле сара әйлән-бәйлән, йыр һәм бейеү менән тамамланды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.