Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк, тигәндәй, Дәүләкән районының Поляковка ауылында йәшәгән 10 йәшлек Йәсминдең хыялы тормошҡа ашҡан – уға ысын кәзә бүләк иткәндәр. “Елка желаний” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, бәләкәй ҡыҙҙың хыялын парламент депутаты Тимур Ғилмияров тормошҡа ашырған – ул уға ып-ысын кәзә бүләк иткән!
"Был бүләкте Йәсмингә алып барған көн иң тулҡыландырғыс көндәремдең береһе булды", - тип яҙған депутат үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә.
Ни эшләп балаларға хас булмағанса бүләк һораны икән, тип аптырар берәүҙәр. Баҡтиһәң, Йәсминдең һеңлеһе бар, уға һыйыр һөтөнән аллергия, ә бына кәзәнеке ярай икән. Депутат, был бәләкәй ҡыҙҙың изге, яҡты хыялын тормошҡа ашырмай булдыра алманым, тип белдергән.
Кәзәгә “Белка” тип исем дә ҡушҡандар. Шулай уҡ йорт хайуанына ҡушып, Йәсмингә ул смартфон, ҡыҙҙарға татлы бүләктәр ҙә тапшырған.