Өфө районының Шмидт ҡасабаһында йәшәгән ғаилә көтөлмәгән бәләгә тарыған. Һарайҙың баҙына ҡолаған бейәне сығарыу өсөн төрлө әмәлдәр ҡулланып та, уны ҡотҡара алмағас, хужалар ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Асыҡланыуынса, һарайҙың иҙәне серегән булған, аттың ауырлығына сыҙамай таҡталар һынып, малҡай баҙға ауған. “Тотҡондан” бейәне ҡотҡарыу еңелдән булмаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре бик ныҡ ҡурҡыуға төшкән малды сығарырға ярҙам иткән.
- Ат кеүек эре малдарҙы тотоу өсөн төҙөлгән биналарҙың иҙәнен һалыу – бик мөһим ғәмәл. Ул уңайлы булыуҙан тыш, ныҡ та булырға тейеш, - ти ҡотҡарыусылар. Бәхеткә ҡаршы, был юлы ғәҙәттән тыш хәлдең аҙағы хәйерле тамамланды.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.