Кисә эстрада йырсыһы Гөлфинә Хәмитова тыуған көнөн билдәләне. Был күркәм датаны күп тамашасылар һөйөүен яулаған сәнғәт эшмәкәре яҡшы кәйефтә менән ҡаршылай.
Гөлфинә тыумышы менән Шишмә районынан, тыуып үҫкән ауылы – Әлбәй. Ул бәләкәйҙән йырларға яратҡан, мәктәп тормошондағы барлыҡ мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булған, ҙур үҫкәс инде, юғары уҡыу йорттарында белем эстәгәндә лә, төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнаған.
Беҙҙе, ябай тамашасыларҙы, Гөлфинә Хәмитова башҡарыуындағы “Берҙән-берем”, “Һандуғас минең күңел”, “Мин бит бары һинең өсөн”, “Пар сейәләй”, “Зәңгәр төймә”, “Төштәремә ин һин, әсәй”, “Тыуған яҡ һағыштары” һәм бүтән дәртле йырҙар күңелдәрҙе елкендәрә лә, һағышландыра ла.
Гөлфинәнең Диана исемле ҡыҙы буй еткерә, әлбиттә, ул әсәһенең кәңәшсеһе лә, терәк-таянысы ла.
– Сәхнә – минең тормошом, булмышым, тамашасыларым иһә йәшәүгә көс-дәрт бирә, – ти йырсы. – Ә иң ҙур теләгем – тажлы зәхмәт ауырыуы нисек ҡапыл килеп сыҡҡан, шулай тиҙ генә юғалһын!
Беҙ ҙә Гөлфинә Хәмитованы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә ижади артылыштар теләйбеҙ!
Фото: “Бәйләнештә” төркөмөнән.