Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигән боронғолар. Тағы тетрәндергес хәбәр: бөгөн Федоровка районында шәхси йортта янғын сығып, өс кеше вафат булған.
Аҡбулат ауылының Ленин урамында урынлашҡан бер ҡатлы бүрәнә йортта янғын сыға. Ҡотҡарыусылар хәүефле шылтыратыуҙы алғас та фажиғә урынына кисекмәҫәтән килеп етә. 15 минут эсендә утты һүндереүгә өлгәшә улар.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янған йорт эсендә өс кешенең кәүҙәһе табыла. Улар - 89 йәшлек ҡатын, 59 һәм 61 йәшлек ир кешенең кәүҙәләре. Янғында әсәй кеше ике улы менән янып үлгән, тип фаразлай ҡотҡарыусылар.
Йорттан һерәйеп торған торонбаш-бүрәнәләр генә ҡалған. Әле янғын сәбәптәрен тәфтиш-оператив төркөм тикшерә.
Фото Ғәҙәттән тыш министрлығының БР буйынса идаралығынан.