"Быйыл беҙҙең күп башланғыстар пандемия сәбәпле тыуған ауыр шарттарҙа граждандарҙы һәм иҡтисадты яҡлауға йүнәлтелде", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, республика парламентының быйылғы көҙгө сессияһы эшенә йомғаҡ яһап.
Был осорҙа депутаттар 60-ҡа яҡын закон ҡабул иткән, ә йыл барышында уларҙың һаны 150-нән аша. Парламент спикеры әйтеүенсә, иҡтисадты тотороҡло итеүгә йүнәлтелгән тәүге блок закондар апрелдә үк ҡабул ителгән. Көҙгө сессияла парламент граждандарҙы һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау эшен йәнләндерә төшкән. Мәҫәлән, ҡабул ителгән ҡануниәт һөҙөмтәһендә 50-нән ашыу тармаҡ мөлкәткә һалымдан азат ителгән. Ҙур сауҙа үҙәктәренә лә ошондай уҡ ташлама яһалған. Был осраҡта уларға эш урындарын һәм хеҙмәт хаҡы кимәлен һаҡлап ҡалыу талабын ҡуйғандар.
Тимәк, был закондар бизнесты ғына түгел, граждандарҙы ла яҡлай. Константин Толкачев билдәләүенсә, үҙмәшғүл граждандарҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ файҙаланған ярҙам менән тәьмин иткән закондар ҙа ҡабул ителгән. Һүҙ бында ташламалы кредиттар һәм башҡалар тураһында бара.
"Пандемия шарттарында был үҙенә эшләгәндәр өсөн һәйбәт ярҙам, уларҙы легаль шарттарға күсергә лә дәртләндерәсәк, – тине Константин Борисович. – Көҙгө сессия осоронда “Алға” махсус иҡтисади зонаһы предприятиелары өсөн дә һалым ташламалары билдәләнек – биш йылға табышҡа һәм транспортҡа һалымдан азат иттек".
Кире иҡтисади процестарҙы тотороҡландырыу менән бәйле булмаған закондар араһында парламент спикеры баҡсасыларға дәүләт ярҙамы, хайуандарға яуаплы мөнәсәбәт, ике һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә кескәйҙәр өсөн мәктәп һайлауҙа ярҙам итеү тураһындағы закондарҙы телгә алды. Йыл барышында республика парламенты федераль ҡануниәтте камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләгән.
"Беҙ шул иҫәптән өлкән граждандар өсөн пансионаттар эшмәкәрлеген мотлаҡ лицензиялау, умарталыҡтар эргәһендә пестицидтар һәм агрохимикаттарҙы алдан иҫкәртмәйенсә ҡулланған өсөн яуаплылыҡ билдәләү, торлаҡ төҙөлөшө баҙарындағы өлөшсөләрҙең барыһын берҙәй яҡлау менән бәйле федераль закон проекттары әҙерләнек", – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәксеһе.