Йәмғиәт
27 Декабрь 2020, 13:00

95 йәшлек ветеран интернетты өйрәнгән

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йәрмәкәй районында йәшәгән ветеран Әбүзәр Мостафа улы Хәсәнов хаҡында яҙған

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йәрмәкәй районында йәшәгән ветеран Әбүзәр Мостафа улы Хәсәнов хаҡында яҙған.
Хөрмәтле ветеранға 24 декабрҙә 95 йәш тулған. Ул 1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында – 3-сө Украина фронтында, Ворошиловград, Днепропетровск эргәһендәге яуҙарҙа ҡатнашҡан. Ике тапҡыр яраланған. Баҡылағы 1880-се зенит полкында, артабан Ворошиловта хеҙмәт иткән. Тап һуңғыһында ул Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылаған.
Тыуған яҡтарына Әбүзәр Мостафа улы Хәсәнов 1948 йылдың апрелендә генә ҡайтҡан. Кесе сержант Әбүзәр Хәсәнов “Яуҙағы батырлыҡтары өсөн” (1945), “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары, “I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы” ордены һәм юбилей миҙалдары менән наградланған.
“Әбүзәр ағай ғүмере буйы тыуған ауылы Тарҡаҙы ауылында йәшәгән. Төрлө эштәрҙә эшләгән, бригадир, келәт мөдире булған. Ике йыл элек (93 йәшендә!!!) Әбүзәр Мостафа улы интернетты өйрәнгән һәм туғандары менән социаль селтәрҙә аралаша. Социаль селтәрҙә үҙенең йәштәштәренең аҙ булыуына күңеле боша, – тип яҙған Радий Хәбиров. – Хөрмәтле Әбүзәр Мостафа улы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары! Һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ! Иң мөһиме – сәләмәтлек теләйбеҙ! Үҙебеҙҙең яҡтан һәр саҡ һеҙгә ярҙам итербеҙ”.
Йәрмәкәй районы хакимиәтендә Әбүзәр Мостафа улының күп балалы ғаиләлә тыуып үҫеүе хаҡында һөйләгәндәр. Уның ата-әсәһенең һигеҙ балаһы булған. Ул үҙе ҡатыны менән биш балаға ғүмер бүләк иткән. Хәҙер ветерандың биш ейәне һәм 22 бүләсәре бар. Улар менән ветеран телефон, ватсап аша ғына түгел, социаль селтәрҙә лә аралаша.
Әбүзәр Мостафа улы кеүек ветерандарҙың тормош юлы һоҡландырғыс. Уларҙың имен, бәхетле, етеш тормош өсөн һалған тырышлығы йәш быуын вәкилдәренә үрнәк. Ниндәй генән яҙмыш ауырлыҡтары, кәртәләр осрамаһын, уларҙы еңергә тырышҡан ветерандар. Бына әле лә оло йәштәге кешенең заман менән бергә атларға тырышыуы үҙе бер һоҡланғыс күренеш бит!
Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.
Читайте нас