Кисә иртән Өфөлә ҡатыны менән ирешеп, балаларын алып сығып киткән ирҙе эҙләй башлайҙар. Ҡото осҡан ҡатын был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә. Ир кеше Дәүләкән районынан була.
Кисен уның автомобилен ошо районда табалар. Машинаның эсендә бер һәм алты йәшлек балалар була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икеһе лә һәләк булған. Әлеге мәлдә ваҡиға урынында тәфтиш комитеты эшләй. Был хаҡта “Комсомольская Правда - Уфа” сайты хәбәр итә.
Ир менән ҡатын араһында ғауға сыға. Фәнил (исеме үҙгәртелде) балалары менән тышҡа сығып китә. Улар ҡайтмағас, ҡатын хәүефләнеп шылтырата башлай, әммә ғаилә башлығының телефоны яуап бирмәй... Ә иренең һуңғы яҙыуын тапҡас, ҡатын шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре автомобилдең аэропорт юлында бер нисә тапҡыр камераға эләгеүен билдәләй. Һуңынан ул тағы ла Дәүләкән районында камера күҙенә эләгә. Бер нисә сәғәттән машинаны яланда табалар. Тәүҙә ир балаларын һәләк итә, улар автомобиль төтөнө менән ағыуланған тип фаразлайҙар. Аталары иһә үҙ-үҙенә ҡул һалған.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан әлегә комментарийҙар юҡ. Улар бары ғаиләне эҙләү операцияһы туҡтатылыу тураһында хәбәр итә.
Ошоға оҡшаш ваҡиға республикала 2019 йылда ла теркәлгәйне. Мазовтар ғаиләһендә лә ғауғанан һуң ире ике баланы алып сығып китеп, һәләк итте. Артемдың үҙен иһә һаман таба алмайҙар.
фото: асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.