Йәмғиәт
27 Декабрь 2020, 16:00

Рөстәм Хәмитовтың әсәһе вафат

Уға 87 йәш булған.

Күңелһеҙ яңылыҡ билдәле булды. Ошо көндәрҙә элекке Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың әсәһе Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы Хәмитова вафат булып ҡалған. Ҡатынға 87 йәш булған.
Ғүмеренең ҙур өлөшөн изге һөнәр - уҡытыусылыҡҡа арнай ул. Мәктәптә балаларҙы математиканан уҡыта. Аҙаҡ хаҡлы ялға сыға. Рәйсә Хәмитова Балтас районының Штанды ауылында йәшәгән.
Әйткәндәй, Рөстәм Хәмитовтың атаһы Зәки Сәлим улы күптән юҡ. Ул 1993 йылда, 63 йәшендә вафат булған.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "КП-Өфө".
Читайте нас